Өфөлә Бөйөк Еңеү байрамына арналған тантаналы ултырыш үтте

Бөйөк Еңеүгә 79 йыл үткәндән һуң йәнә көслө рухлы геройҙар дәүере килде. Махсус хәрби операцияла нацизм менән көрәшкән яугирҙарыбыҙ өсөн беҙҙең ветерандарыбыҙҙың Ватанға тоғролоғо лайыҡлы өлгө булып тора. Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн Бөйөк Еңеү байрамына арналған тантаналы ултырышта белдерҙе. Радий Хәбиров йылдар үткән һайын байрамдың әһәмиәте тағы ла тәрәнәйеүен билдәләне, төрлө осорҙа ил һағында торған ҡаһарман яугирҙарыбыҙға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Байрам тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Быйыл илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләй. Һуғыш михнәтен үҙ иңендә татыған ветерандарҙың сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Әммә бөгөн беҙ был байрамдың әһәмиәтен нығыраҡ аңлайбыҙ, ата-бабаларыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығы алдында баш эйәбеҙ.

Был дәһшәтле йылдарҙа һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә ҡалмай. Ҡулына-ҡорал тоторлоҡ ир-егеттәр фронт һыҙығына юллана, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға заводтарҙа, баҫыуҙарҙа бил бөгә. Бәләбәйҙән 98 йәшлек Ғәбдрәүеф Гәрәев танкист, фронт һыҙығында ул легендар Т-34 танкын йөрөтә. Һуғыш яралары йылдар үтһә лә онотолмай, ти сал сәсле ветеран.Ҡаһарман яугир әле лә сафта, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү эшендә әүҙем ҡатнаша. Радий Хәбиров ветеранға Шайморатов орденын тапшырҙы.

Тантаналы ултырышта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ла дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов та бар. Азат Шамил улына «Шайморатов ордены» тапшырылды

Был ир-егеттәребеҙ бөгөн ата-олатайҙарының данлы юлын дауам итә, нацизм менән көрәшеп ил именлеге һағында тора. Алғы һыҙыҡта яугирҙарыбыҙҙың рухи терәге булған Хәмзә хәҙрәт Хафизов әйтеүенсә, илһөйәрлек тойғоһо ошондай сараларҙан, быуындар бәйләнешенән һалына.

Ир-егеттәребеҙ ил имелеге өсөн көрәшкәндә Башҡортостан яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ныҡлы тыл, терәк булып тора, тине Радий Хәбиров.

Киләһе йыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең оло юбилейын - 80 йыллығын билдәләй. Был байрам һәр заманда ла Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып ҡала. Тантаналы ултырышта ҡатнашыусылар бөгөн дө һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, хәрби йырҙарҙан төҙөлгән концерт программаһын ҡараны.

Бөйөк Еңеүгә 79 йыл ваҡыт үтһә лә дәһшәтле йылдарҙың шаңдауы онотолмай. Йылдар үтеү менән беҙ был байрамдың әһәмиәтен, тыныс тормоштоң ҡәҙерен нығыраҡ аңлайбыҙ. Хәҙер ул яу һәм тыл ҡаһармандарын хөрмәтләү, дан йырлау ғына түгел, әлеге һәм киләсәк быуынды батырҙарыбыҙ өлгөһөндә тәрбиәләү сараһы ла булып тора. Илһөйәрлек тойғоһо геройҙарыбыҙ аша һалына, быуындар бәйләнеше ошондай сараларҙан үрелә.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ