Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы Еңеү Көнөн билдәләне

Байрам саралары Стәрлетамаҡта ла уҙҙы. Сәнәғәт предприятиелары менән ил кимәлендә танылыу яулаған ҡала урамдарынан уҡыусылар, төрлө ғәскәрҙәр хәрбиҙәре, техника һәм һыбайлылар колоннаһы үтте. Урында БЮТ ижади төркөмө эшләне. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Рәсми байрам саралары тамамланһа ла, ҡала халҡы таралырға ашыҡмай. Техника күргәҙмәһе менән таныша, Еңеү паркында саф һауала ял итә . Әйтергә кәрәк, Стәрлетамаҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ныҡлы һәм ышаныслы тылға әйләнә.

Стәрлетамаҡ ҡала һәм районынан 16 меңгә яҡын һалдат фронтҡа алына. Уларҙың яртыһы яуҙа башын һала. Советтар союзы геройҙары һаны буйынса Стәрлетамаҡтар рекорд ҡуя. 24 һалдат юғары наградаға лайыҡ булған. Әлеге ваҡытта ҡалала 10 һуғыш ветераны йәшәй. Ҡыҙғанысҡа, улар 9 май айҡанлы күламле байрам сараларында ҡатнаша алманы. Ләкин быға тиклем ветерандар йәшәгән йорттар алдында шәхси парадтар үткән. Бөгөн, ҡаланын үҙәк майҙанындағы парадҡа бөгөнгө көн геройҙары - махсус хәрби операция яугирҙары һәм, әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышы балалары, тыл һәм хеҙмәт ветерандары тамаша ҡылды.

Еңеү парады Ленин проспекты буйлап үтте. Йөҙләгән кеше - кадет һәм Шайморатов класы уҡыусылары, юнармеецтар, хәрби бәрелештәр ветерандары, хәрбиҙәр ҡатнашты. Шулай уҡ икенсе йыл рәттән һыбайлылар коллоннаһы ла үтте. Йылдағыса, күккә самолеттар күтәрелде. Техникаға килгәндә иһә, легендар Т -34 танкы, газ-67, санитар машиналар, бронялы техника, ретро автомобилдәр булды.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан иң йәш һалдатҡа инде күптән 95-те уҙған. Тыныс илдә йәшәү бәхетен бүләк итеүселәр иҫтәлеген уларҙың балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре һаҡлай. Еңеү парадына килеүселәрҙең күбеһе фронтовик олатайҙарының, тылда алһыҙ-ялһыҙ эшләгән өләсәләренең фотоһүрәттәре менән сыҡҡан.

Стәрлетамаҡ Бөйөк Еңеүҙе ҙур сәнәғәт ҡалаһы булараҡ ҡаршылай. Һуғыш йылдарында бында төрлө завод, комбинаттар эвакуациялана. Окуппация ерҙаренән меңәрләгән кеше күсеп килә - халыҡ иҫәбе 38 меңдән 70 меңгә тиклем етә.

Еңеү көнө уңайынан уҙғарылған саралар дауам итә. Әле байрам концерты бара, төрлө спорт ярыштары уҙғарыла . Шулай уҡ ҡала халҡы парадта ҡатнашҡан хәрби техника менән фото төшә.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ