Республиканың һәр төбәгендәге кеүек үк Баҡалы районында бөгөн иң ҙур байрам юғары ойошҡанлыҡ менән үтте. Бөйөк Еңеү көнөн баҡалылар нисек ҡаршылай? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙма.
Бөйөк Ватан һуғышында Баҡалы районынан 16 мең кеше ҡатнашҡан, уларҙың күбеһе яу яланында батырҙарса һәләк булған. Баҡалы илебеҙгә алты Советтар Союзы геройы дүрт Дан ордены тулы кавалеры биргән. Уларҙың исемдәре район үҙәгендәге Дан аллеяһында мәңгеләштерелгән.
Байрам иртәһендә аллеяла митинг уҙҙы. Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙы яҡташтары бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Хәҙерге көндә районда ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны- Бикйән Әптекәйев менән Степан Назаров иҫән. Илебеҙ күгенә тыныслыҡ яулау өсөн башын һалғандарҙың ҡаһарманлығы йөрәктәрҙә һаҡлана. Тыл хеҙмәтсәндәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары, байрам иртәһендә сәхнәлә яңғыраған һуғыш йырҙарын бергә башҡарҙы.
Үҙәк урамда хәрбиҙәр һәм локаль бәрелештәр ветерандары, Баҡалы ауылының беренсе мәктәбе һәм Иҫке Ҡорос һәм мәктәптәре Шайморатов кластары, барабансылар парад менән үтте.
Байрамға килеүселәр шулай уҡ ретро машиналар парадын ҡараны. Спортсылар еңел атлетика буйынса эстафетала ҡатнашты.
Бөйөк Еңеү көнөнә арналған байрам саралары мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда «Еңеү майы» концерты һәм нәфис фильм күрһәтеү менән тамамлана.
Рәмилә Исмәғилева






