Башҡортостан район-ҡалаларында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналар үтте

Йәмәғәтселек һуғыш һәм тыл ветерандарын байрам менән тәбрикләне, илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған һалдаттарҙы хәтерләне.

Саҡмағош районында «Еңеү өсөн олатайға рәхмәт!» ретро-автомобилдәр автоколоннаһы парады Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән яугирҙарға рәхмәт һәм хөрмәт билдәһе. Районда халыҡсан байрамды билдәләү мөһим ваҡиғаға әүерелде. Саҡмағош тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы тарафынан «Башҡортостан остаздары», « Бөйөк Ватан һуғышы» экспозициялары күрһәтелде. Ижади коллективтар сығышы фашистарға ҡаршы көрәшкән Еңеү һалдаттарына дан йырланы.

Күшнаренко районындағы Еңеү парады авиашоуҙан башланды. Илһөйәрлек байрамына халыҡ Октябрь урамында тамаша ҡылды. Кушнаренколар Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарман юл үткән ата-бабаларын ғорурланып иҫкә ала.

Бөрө һәм Бөрө районынан һуғыш йылдарында 20 меңдән ашыу кеше фронтҡа киткән. Уларҙың өстән бер өлөшөнән ашыуы һуғыш яланында башын һалған. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 79 йыл үтһә лә был ғәрәсәтле йылдарҙың шаңдауы һәр кемдең хәтерендә.. Еңеү көнө күптәр өсөн ғаилә байрамы. Бөгөн майҙанға туғандарының портреттары тотоп килеүселәр ҙә бар.

Еңеү байрамы тантаналарында ҡатнашыусы Шарандар өсөн тантаналы саралар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә стелаға сәскә һалыуҙан башланды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарман юл үткән атай-олтайҙары батырлығын бер кем дә онотмай.

Иглин районында иһә Еңеү көнө айҡанлы хәрби-патриотик саралар 19 ауыл биләмәһендә лә ойошторолдо. Районда 79-сы Еңеү яҙын ни бары биш кенә ветеран ҡаршылаған. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары үҫеп килеүсе йәш быуынды Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары өлгөһөндә тәрбиәләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Хәйбулла районынан фронтҡа 7000-дән ашыу кеше мобилизацияланған. Һуғышта уларҙың яртыһы һәләк була, хәбәрһеҙ юғала. Әлеге ваҡытта районда ике генә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны - Фәтхулла Юламанов, Николай Гавриловтар ғүмер итә. Хәйбуллалар өсөн Еңеү көнө - ул батырлыҡ, намыҫ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы.

Милли геройыбыҙ Салауат батырҙың тыуған ерендә лә Еңеү байрамына арналған саралар киң ҡолас менән уҙғарылды. Генерал-майор, Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шаймортов һәм яуҙаштары ҡаһарманлығын һыбайлылар һынландырҙы. Бөйөк Ватан һуғышы осоро һәм хәҙерге заман техникаһында махсус хәрби операцияһы биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам күрһәткән ирекмәндәр. «Малаяҙ беҙҙекеләргә» ирекмәндәр ойошмаһы маскировка селтәрҙәре, шлемдар бәйләй, окоп шәмдәре етештерә. Хәрби хәрәкәттәр ветерандар союзы вәкиле Рөстәм Хөснуллин да яугирҙарға тейешле ярҙам күрһәтә.

Еңеү көнөндә һәммәбеҙ айырым тулҡынланыу, ғорурлыҡ тойғолары аша ветерандарға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Был көн илебеҙ өсөн мөһим тарихи ваҡиға булыуҙан тыш, төрлө милләт кешеләрен берләштерәгән илһөйәрлек байрамы ла. Ветерандар сафы йылдан-йыл һиргәйә бара, әммә уларҙың ал ҡаны менән яулланған Еңеү бер ҡасан да онотолмай.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ