Бөгөн Рәсәй халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменә Бөйөк Еңеү көнө уңайынан ҡотлау телеграммаһы ебәргән.
Беҙ Ватан азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған, нацизмды ҡыйратҡан ата-бабаларыбыҙҙың үлемһеҙ батырлығы менән ғорурланабыҙ. Уларҙың фиҙаҡәрлеге һәм хаҡ эшкә, еңеүгә ныҡлы ышанысы беҙҙең өсөн тыуған илгә ысын, тоғро һөйөү өлгөһө булып тора. Был бөйөк патриотик традициялар бөгөн дә тотош Рәсәй халҡын берләштерә, махсус хәрби операцияла Ватаныбыҙҙы батырҙарса һаҡлаған геройҙарыбыҙҙы рухландыра, тип яҙылған Владимир Путиндың ҡотлауында. Башҡортостан башлығын Еңеү көнө менән шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе вазифаһын башҡарыусы Михаил Мишустин, Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡотлаған.






