Радий Хәбиров Салауатта республика оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙе

Бөгөн Салауатта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Газпром нефтехим Салауат» майҙансығында республика оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә, 9 майҙа төшкө сәғәт бер тирәһендә дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты Салауат ҡалаһының сәнәғәт зонаһына һөжүм итте. Һөҙөмтәлә «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы объекттарының береһендә төтөн сыға. Зыян күреүселәр юҡ. Заводта технологик процесс боҙолмаған. Башҡортостан башлығы һөжүм урынын ҡараны, уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә күпме ваҡыт кәрәк буласағын асыҡланы. Оператив штаб ултырышында пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡарата хәүефте нейтралләштереү буйынса күрелгән саралар, республиканың алдынғы сәнәғәт предприятиеларының антидрон системаларын көсәйтеү кәрәклеге тикшерелде.

Сәнәғәт зонаһы ҡаланан ситтә урынлашҡан, шуға күрә урындағы халыҡтың ғүмеренә хәүеф янамай. Ғәҙҙәттән тыш хәлде белгестәр контролдә тота, ҡалала атмосфера баҫымы рөхсәт ителгән кимәлдән артмаған. Предприятие штат режимында эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ