Саҡмағош районында Еңеү көнөнә арналған саралар дауам итә . Урындағы халыҡ көсө менән Ташҡалмаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә обелиск асылды. Бынан тыш ретро автомобилдәр коллекционеры Идгар Еникеев район үҙәгендәге Еңеү парадында ҡатнашҡан машиналар тарихы менән таныштырҙы . Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Идгар Еникеев ретро автомобилдәрҙе 20 йыл элек йыя башлаған .Уҙған быуат машиналарын ул төрлө ерҙән һатып алып тәртипкә килтергән. Победа машиналары, ГАЗ 69, Волга, Москвич - хаҡлы ялдағы коллекционер 20 төрлө машина туплап өлгөргән .
Оҙаҡ йылдар Саҡмағош районы ветерандар советын етәкләгән Идгар Еникеевтың машиналары 9-сы май байрамында ретро техника парадына йәлеп ителгән . Бөйөк Еңеү көнөндә үҙенсәлекле автомобилдәр колоннаһы үҙе бер илһөйәрлек тамашаһына әйләнгән.
Еңеүҙең 79 йыллығы уңайынан Ташҡалмаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарына обелиск асылды. Урындағы халыҡ тырышлығы менән дошман менән көрәшеүсе яҡташтар иҫтәлеге мәңгеләштерелде.
Ташҡалмаш ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа 161 кеше киткән һәм уларҙың күбеһе яуҙа башын һалған. Обелиск асыусылар атай-олатайҙарын, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып аяҙ күк йөҙө өсөн оло рәхмәтен еткерҙе.
Флорида Ким



