Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәгән йорт алдында ойошторолған парад Иглин районында ла үтте. Яңыраҡ үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылаған Әхмәтзәки Сакаевты Еңеү көнө менән ҡотланылар. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
«Үҙ яғыма ҡайтам» йыры юҡҡа ғына яңғырамай. Ул ветерандың иң яратҡан композицияһы. Әхмәтзәки Сакаев сәләмәтлеге буйынса тышҡа сыға алмай, шуға күрә шәхси парадты ул тәҙрә аша күҙәтте.
Әхмәтзәки Сакаев Иглин районының Әмир ауылында тыуған. Һуғыш башланғанға тиклем башланғыс синыф уҡытыусы булып эшләй. 1942 йылдың авгусында атаһы менән бергә Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә саҡырыла. 18 йәшлек егет Ҡораллы көстәрҙең Хәрби-диңгеҙ флотына эләгә.
79-сы Еңеү көнө алдынан ветеран үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләгән. Әхмәтзәки Нурғәле улын ҡотларға Иглин районы хакимиәте вәкилдәре, ауылдаштары һәм туғандары йыйылды. Ветеран балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән ғорурлана. Ҡатыным менән яҡшы тәрбиә бирә алдыҡ тип ышанам, ти ул.
Тыныс тормошта йәшәү бәхете биргән совет һалдатының батырлығы бер ҡасан да онотолмаһын ине, ти Әхмәтзәки Сакаев. Ветерандың тағы бер хыялы бар - киләһе йыл иҫән-һау Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршы алыу.
Әлфинә Килдейәрова






