Башҡортостандан дүрт пар Мәскәүҙә законлы никахын теркәйәсәк

Тантаналы саралар 12-һенән 19-сы майға тиклем ВДНХ-ла үтәсәк Беренсе Бөтә Рәсәй туй фестивалендә уҙасаҡ. Унда тотош илдән 150 пар ҡатнаша. Программала яңы өйләнешкән ғаиләләр милли кейемдәр парадын күрһәтә. Ә күмәк никах тантанаһы төп майҙансыҡта үтә. Был көндәрҙә ВДНХ-ла Рәсәйҙә йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың туй йолаларын күрергә мөмкин. Фестивалдә Башҡортостандан дүрт пар ҡатнаша. Уларҙың береһе Ишембайҙан Эмиль Бикушев менән Аиша Мурзина.

Ғаилә ҡороу - бик яуаплы аҙым. Беҙ республикабыҙҙы Мәскәүҙә күрһәтәбеҙ, әлбиттә, был беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Бик шатбыҙ, бер аҙ тулҡынланабыҙ, әммә барыһы ла яҡшы булыр тип өмөтләнәбеҙ.

Аиша Мурзина
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ