Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һоҡланғыс кешеләр тормошо рубрикаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Сталинград оборонаһында ҡатнашыусы, Ватан һуғышы ордены кавалеры Насирова Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы тураһында яҙып сыҡты.
Район хәрби комиссариатынан повестка килгәндә Рәйфә Ғәбдерәуеф ҡыҙы Баҡалы районының Бозюр тулы булмаған мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Медицина комиссияһын һәм хәрби сборҙы үткәндән һуң, 1942 йылдың майында Сталинградты һаҡлаған 1080-се зенит артиллерия полкы сафына баҫа.
Яугир ҡатын-ҡыҙ ауыр һуғыш юлы үтә. Ҡулдарына бинокль тотоп разведкала тора, землянкала йәшәй, бомбаға тотолған радиостанцияларҙы тергеҙә. Граната ташлай, мылтыҡтан яҡшы тоҫҡап ата, яралыларға беренсе ярҙам күрһәтергә лә өлгөрә.
Ҡаты яуҙарҙың береһендә яраланғандан һуң, Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙын 679-сы зенит артиллерия полкына ебәрәләр, унда ул стереоскопист булып хеҙмәт итә. Бөйөк Еңеүҙе Ҡара диңгеҙ ярында кесе сержант дәрәжәһендә отделение командиры булып ҡаршылай. Быйыл ветеранға 102 йәш тулды, ул ИГлин районында ҡыҙының ғаиләһендә йәшәй. Алты балаһы, 14 .ейәне, 18 бүлә-бүләсәре бар. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтере бик яҡшы һәм ул йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләй, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы һәм бөтә ветерандарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары, сыҙамлыҡтары алдында баш эйәбеҙ һәм сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.



