Миҙал һәм ордендарҙы хәрбиҙәргә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы. Парламент етәксеһе шулай уҡ Донбас халҡына һәм хәрби подразделениеларға Башҡортостандан килгән гуманитар ярҙамды ла оҙатып барҙы, Красный Луч ҡалаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашты. Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.
Красный Луч ҡалаһы ветерандарынан Башҡортостан ҡунаҡтары өҙөлмәй тиерлек. Фронтовиктар йортона республика етәкселеге йыш инә. Бигерәк тә Еңеү байрамында улар иғтибар үәгендә. Сөнки беҙ бер халыҡ һәм Еңеү көнө лә беҙҙең дөйөм байрам. Был юлы ла ветерандар парламент рәйесен өйөндә көтөп алды. Константин Толкачев республика башлығы исеменән фронтовиктарға, блокадала ҡалыусыларға һәм һуғыш балаларына күстәнәстәр тапшырҙы.
Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ил намыҫын яҡлап тағы ла яугирҙар ҡорал алды. Яҡташтарыбыҙ ҙа улар фашизмдан азат иткән ерҙәрҙе нацизмдан һаҡлай. Константин Толкачев махсус хәрби операцияла ҡаһарманлыҡтар күрһәткән Башҡортостан хәрбиҙәренә юғары наградалар тапшырҙы.
Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Башҡортостан яугирҙарының дислокация урынына уҡ гуманитар ылау ҙа оҙатып барҙы. Республиканан килгән күстәнәс һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтарын яугирҙарыбыҙ көтөп ала. Матди ярҙам өсөн түгел, тәү сиратта рухи терәк , ябай сәләм дә мөһим, ти хәрбиҙәр.
Константин Толкачев яугирҙар менән аралашты һәм уларҙың йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды. «Башҡортостан» полкы яугирҙары урман араһында тотош хужалыҡ ойошторған. Бында аттар, мал һәм хатта ҡош-ҡорт та үрсетәләр. Ә теплицаларҙа помидо һм ҡыярҙар өлгөрә.
Парламент рәйесенең эш сәфәре гуманитар миссия менән генә сикләнмәй. Константин Толкачев Луганск халыҡ советы менән осрашыуҙар уҙғарып хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөү ниәте менән килгән. Сөнки ашығыс шарттарҙа барлыҡҡа килгән республикалар хоҡуҡи йәһәттән дә ярҙамға мохтаж.
Айнур Кәбиров






