Өфөнөң Дим районында «Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса тиҫтәнән ашыу биләмә төҙөкләндерелгән

Өфөнөң Дим районында «Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса тиҫтәнән ашыу биләмә төҙөкләндерелгән, быйыл тағы ла бер ихатаны яңыртыу планлаштырыла. Участкала ремонт эштәре башланған. Дөйөм алғанда, быйыл республика программаһы буйынса ихаталарҙы төҙөкләндереүгә миллиард һум бүленгән. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙмала.

Байрам көндәрендә лә төҙөлөш дауам итә. Өфөнөң Дим районында «Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса эштәр билдәләнгән графиктан ай ярымға алда бара. Күп ҡатлы дүрт йорт эргәһендәге биләмәлә иҫке бордюрҙарҙы һүтеү тамамланған, яңылары ҡуйыла. Эш күләме ҙур, проектты августҡа тиклем тулыһынса тормошҡа ашырыу ҡаралған.

Биләмәлә иртәнге сәғәттәрҙән ҡеүәтле техника эшләй, төҙөлөш материалдары килтерелә. Май аҙағында участкала асфальт һалына башлай. Хәүефһеҙлек талаптары буйынса яҡтыртыу ҡорамалдарын яңыртыу, ике тиҫтәгә яҡын видеокүҙәтеү камераһын ҡуйыу ҡаралған.

Төҙөкләндереү эштәренең сифаты яҡшы. Бында аҙнаһына бер тапҡыр күсмә лаборатория килә. Объектта башҡарылған барлыҡ эште тикшерәбеҙ. Халыҡ та күләмле ремонтты көтөп алғайны. Көҙгөһөн «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы буйынса биләмәлә ағас һәм ҡыуаҡлы үҫентеләр ултыртыурға ниәтләйҙәр.

Антон Тарасов, Өфө ҡалаһы Дим районы хакимиәте башлығы

«Башҡорт ихаталары» программаһы 2019 йылда старт алғайны. Ошо ваҡыт эсендә республикала 1326 ихата заманса төҫ алды. Быйыл район-ҡалаларҙа тағы ла 143 биләмәне төҙөкләндереү ҡаралған. Күбеһе буйынса эштәр башланған. Төбәк башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш барышын контролдә тота. Апрель аҙағында Шишмә районына эш сәфәре барышында ла ул былтыр яңыртылған ихатала булып, комплекслы ремонтты юғары баһаланы.

Өфөнөң Дим районында ла программа башланыу тиҫтәнән ашыу ихатала комплекслы ремонт үткән. Урындағы халыҡ биләмәләге ыңғай үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡабул иткән. Ихаталарҙы тәртипкә килтереү менән бергә күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйығын алмаштырыу, подъездарҙы ремонтлау кеүек эштәр ҙә күҙ уңында тотола.

Баш ҡала хакимиәте етәкселеге башланғысы менән Өфөлә тротуарҙарҙы төҙөкләндереү программаһы ла дауам итә. Дим районында быйыл биш участкала ремонт эштәре була. Дөйөм оҙонлоғо ике саҡрымдан ашыу.

Тротуарҙарҙы төҙөкләндереү буйынса мөрәжәғәттәрҙең күп булыуы ла билдәле. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, улар киләһе йылдарҙың капиталь ремонт программаһына индерелә.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ