Әле төбәктә ҡул оҫталары тауарҙарын етештереүгә йыл һайын 10 миллион һум субсидия бүленә. Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса, Башҡортостанда халыҡ кәсептәре оҫталары өсөн маҡтаулы исем булдырылды, тармаҡ белгестәрен берләштергән форум ойоштороу күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Халыҡ кәсептәре милли мираҫтың айырылғыһыҙ өлөшө. «Селтәр» башҡорт халыҡ кейеме студияһында гүзәл заттар төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнеп, сифатлы тауар етештерә. 2014 йылда эш башлаған оҫтахана халыҡ студияһы исемен йөрөтә. Республика тарафынан күрһәтелгән ярҙам саралары оҫтахананы үҫтереү мөмкинлеге бирә.
Һуңғы ике йылда төбәктә халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә иғтибар арта, оҫталарға субсидиялар, гранттар бирелә. Былтыр ошо йүнәлешкә 10 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән.
2023 йылда Радий Хәбиров башланғысы менән төбәктә «Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ кәсептәре оҫтаһы» исеме булдырылды. Маҡтаулы исемгә тәжрибәле һөнәрселәр, шулай уҡ республикала халыҡ кәсептәрен һаҡлауға, тергеҙеүгә , был тармаҡта яңы кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индергән белгестәрлайывҡ була.
Радий Хәбиров ҡул эштәре, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүсләр форумын да уҙғарырға тәҡдим итте. Башҡортостанда сувенир, ҡул эштәре әйберҙәренә һорау арта, тимәк, республикала туризм үҫешә. Һуңғы йылда республика кәсепселәре 233 миллион һумлыҡ продукция етештергән.
Флорида Ким






