Өфө районында йәшәүсе 107 йәшен билдәләне

Өфө районының Нөрлө ауылында йәшәүсе Шаһиҙә Кәбироваға ошо көндәрҙә 107 йәш тулды. Тыл хеҙмәтсәне Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙе һатып алған йортонда йәшәй. Һуғыштан һуң бер үҙе ете балаһын аяҡҡа баҫтырған Шаһиҙә Нуриздан ҡыҙының 75 ейән-ейәнсәре һәм бүлә-бүләсәре бар.

107 йәшендә лә ул үҙ аңында, телендә йылы һүҙҙәр, ә быуаттан ашҡан ғүмере ҡараштарында сағыла. Кушнаренко районы Әсән ауылында тыуып үҫкән Шаһиҙә Нуриздан ҡыҙы йәш ярым сағында етем ҡалған. Өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән ҡыҙҙы 15 йәшендә кейәүгә биргәндәр.

Ире фронтҡа киткәс өс бала һәм ауырыу ҡәйнәһе менән тороп ҡалған. Һуғыш йылдарында колхозда эшләгән, ауыр йылдарҙа балаларын ас итмәгән, ҡәйнәһен ҡараған. Әле лә уҙған быуаттың ҡырҡынсы йылдарында һатып алған йортонда ғүмер итә.

Һуғыш тамамланыуға бер йыл үтеүгә түшенә орден, миҙалдар тағып ире Хисаметдин Кәбиров ҡайта. Улар алты йыл ғына бергә йәшәп ҡала. Һуғышта үпкәһенә һыуыҡ тейҙергән фронтовик донъя ҡуя. Шаһиҙә Нуриздан ҡыҙы бала менән тағы бер үҙе тороп ҡала. Ете ғәзизен үҫтереп аяҡҡа баҫтыра.

Ете балаһының әле икәүһе иҫән, 19 ейән - ейәнсәре, 29 бүләсәре, 27 бүләһе бар. Иң оло ейәненә 65, иң кесе бүләһенә 5 йәш.

Йөҙ йәшен тултырғас та ул бер үҙе донъя көткән. Һуңғы йылдарҙа ғына сәләмәтлеге ҡаҡшағас, ҡарарға янына улы килгән. Йөҙйәшәр ҡатынды күршеһе лә тәрбиәләй. Фәниә Фәнил ҡыҙы үҙ әсәһеләй яратып, уны ярҙамынан ҡалдырмай.

Йөҙйәшәрҙең оҙаҡ йәшәү серен яҡындары уның киң күңеллелегендә, кешеләрҙе яратыуында күрә. Шаһиҙә Кәбирова баҡыйлыҡҡа күскәс ҡуйырҙар тип үҙенә инде дүрт тапҡыр ҡәбер кәртәһе һәм һәйкәл эшләткән. Ә Хоҙай уға яҙмышында күргән ауырлыҡтары өсөн ғүмерҙе йәлләмәй биргән.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ