Май ҡырауҙарынан шәкәр сөгөлдөрө, рапс һәм көнбағыш баҫыуҙары зыян күргән. Был хаҡта бөгөн Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ кәңәшмәлә әйтелде. «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе резиденттары арта, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙа яңы ысулдар ҡулланыласаҡ. Киләһе аҙнала республикала халыҡ-ара икенсе китап-байрамы уҙасаҡ. Бөгөн хөкүмәттә уҙған оперативкала ошо һәм башҡа көнүҙәк темалар ҡаралды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.
Радий Хәбиров аҙналыҡ кәңәшмәне федераль тәғәйенләүҙәр һәм уларҙың Башҡортостандың сәйәси үҫешенә йоғонтоһо тураһында башланы.
Май ҡырауҙары һәм ҡар аграр тармаҡҡа зыян килтерҙе. Башҡортостанда ҡырау төшөүе 13 мең гектар сәсеүлектәргә зыян килтергән. Был хаҡта кәңәшмәлә вице-премьер, республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте. Башлыса күп йыллыҡ үләндәр һәм иртә яҙғы культуралар зыян күргән. Сәсеүлектәрҙе тикшереү, шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәре дауам итә. Бөгөнгө көнгә аграрийҙар планды 43 процентҡа үтәгән.
Башҡортостан Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығына «Алға»махсус иҡтисади зонаһының майҙанын арттырыу буйынса ғариза әҙерләй. Ошо маҡсатта 4 инвестиция проекты һайлап алынған. Улар Өфө районында, Салауат һәм Ағиҙел ҡалаларында эшләйәсәк.
Һыуҙа батып үлеүселәр һанын кәметеү буйынса эш алып барыу мөһим, тип билдләне төбәк етәксеһе. Бының өсөн һыу ингән урындарҙа ҡотҡарыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған махсус автомобилдәр йөрөйәсәк.
Башҡортостанда һуңғы 10 йылда янғында һәләк булыусылар һаны 22 процентҡа кәмегән. Ут сыҡҡанда ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыуҙа тағы ла бер ысул ҡулланыласаҡ. Башҡортостан башлығы пилот проекты рәүешендә республиканың бер районында джпс модулле янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһын һынап ҡарарға ҡушты.
Өфөлә 24 майҙа икенсе «Китап-байрам» халыҡ-ара йәрминкәһе асыла. Сара Өфөнөң Совет майҙанында һәм уға яҡын урамдарҙа ойошторола. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, быйыл байрамда ҡатанашырға 164 нәшриәт теләк белдергән, уларҙың 12- һе Башҡортостандыҡы, ҡалғандары Мәскәү һәм башҡа төбәктәрҙән. Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия һәм башҡа илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнаша. Өс көн дауам итәсәк халыҡ-ара йәрминкәнең маҡсаты- китап уҡыуға һөйөү уятыу.
Китап байрамының мәҙәни программаһы бай буласаҡ. Сараға билдәле рус актерҙары һәм телевидение йондоҙҙары килеүе көтөлә. Спектаклдәр һәм тамашалар күрһәтеләсәк. Мәҫәлән Александр Пушкиндың Белкин повестары, һәм Олег Ройҙың «Тапшырылмаған хаттар»ы - спектакль махсус хәрби операцияға бағышланған. Шулай уҡ республиканың мәҙәни тормошонда тағы ла бер сағыу ваҡиға- 24 майҙа Өфөлә Шаляпин музейы асыла.
Рәмилә Исмәғилева



