Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры итеп тәғәйенләнде. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә иғлан итте. Зөһрә Гордиенко Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы булып дүрт йыл эшләгәйне. Ул Башҡортостан тарихында районды етәкләүсе беренсе ҡатын булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы ике йылда Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығын Рөстәм Афзалов етәкләне. Апрель аҙағында ул «Төбәк фонды» ойошмаһына эшкә күсте.
Депутаттар советы Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп элек төҙөлөш һәм тормош тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса беренсе урынбаҫар йөгөн тартҡан Руслан Вахитовты тәғәйенләне.



