Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Луганск халыҡ республикаһы ойошторолоуға ун йыл тулыуға арналған байрам сараларында ҡатнашты. Константин Толкачев республика етәксеһе Леонид Пасечник, парламент рәйестәре менән бергә «Донбастың уңалмаҫ яраһы» мемориалына сәскә һалды. Һуңынан Лугансктың халыҡ советы һәм Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Луганск ҡалаһынан Айнур Кәбиров репортажы.
Луганск халыҡ республикаһы ойошторолоу көнө Донбасс халҡы өсөн оло байрам. Был көн тарихи Ватаны менән ҡушылыу юлында халыҡтың берҙәмлеген, ҡаһарманлығын сағылдыра. Ҡыҙғанысҡа, был юлда юғалтыуҙар ҙа күп. Украина агрессияһы ҡорбандары иҫтәлегенә Луганск ҡалаһында ҙур мемориал төҙөлгән. Константин Толкачев республика башлығы Леонид Пасечник, коллегалары менән бергә һәләк булғандарҙы иҫкә алды.
Был изге урында азатлыҡ һәм республика бойондороҡһоҙлоғо өсөн кәрәштә һәләк булған 400 кеше һәм хәрби ерләнгән. Уларҙың үлеме - беҙҙең уңалмаҫ яра. Байрам көнөндә яҡты киләсәк өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргәндәрҙе хәтергә алмау мөмкин түгел, тине Леонид Пасечник.
Константин Толкачев республика башлығын Радий Хәбиров исеменән тәбрикләп, Донбасс ерҙәрен азат итеп һәләк булған легендар геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов һынын бүләк итте.
Башҡортостан менән Луганск халыҡ республикаһы закондар сығарыу йүнәлешендә лә хеҙмәттәшлек итә. Ашығыс шарттарҙа барлыҡҡа килгән төбәктәргә хоҡуҡи яҡтан да ярҙам талап ителә. Константин Толкачев республиканың Халыҡ Советы рәйесе Денис Мирошниченко менән парламент- ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөнө.
Парламент рәйесе Луганск халҡына һәм хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам да тапшырҙы. Мәктәп балаларына кәнсә тауарҙары, уҡыу кәрәк-яраҡтары таратылһа, хәрбиҙәр депутаттар йыйған аҡсаға һатып алынған «Нива» автомобиле алып ҡыуанды.
Айнур Кәбиров






