Өфөлә «450 йыл Ватан һағында. Ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ» тарихи фестивале үтте

Тарихсылар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре уҙған быуаттарҙа баш ҡалала Рәсәй армияһы өсөн булдырылған хәрби частар тураһында һөйләне. 17-cе быуатта уҡсыларҙың ҡаһарманлығы, 1812-1814 йылдарҙа Өфө пехота полкының Бородиндан алып Парижға тиклем данлы хәрби юлы, Беренсе донъя һуғышында дәүләт ополчениеһының дружиналары батырлығы тураһында һүҙ барҙы.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армия өсөн Өфөлә төҙөлгән хәрби берләшмәләргә һәм бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә нацизм менән көрәш алып барған ирекле батальондарға айырыуса иғтибар бүленде. Күләмле фестивалде Өфө фән һәм технологиялар университеты Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе менән берлектә ойошторҙо.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ