Иглин ауылының Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге балалар музыка мәктәбе уҡыусылары тамашасылар алдында отчет концерт менән сығыш яһаны.
Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге Балалар музыка мәктәбендә ике йөҙҙән ашыу бала шөғөлләнә. Мәктәп уҡыусылары төрлө профессиональ конкурстарҙа даими ҡатнаша. Былтыр мәктәп уҡыусылары 9 халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында уңышлы сығыш яһаған, беренсе, икенсе һәм өсөнсө дәрәжә лауреаттары булған.
Тамашасылар сығыштарҙы көслө алҡыштар менән оҙатты. Концертта ҡатнашыусыларға татлы бүләктәр таратылды.



