Ҡариҙел районында йәшәүсе ханымға шылтыратыусы үҙен полиция хеҙмәткәре тип танытҡан. Уның исеменә ҙур кредит алырға теләүселәр барлығы тураһында хәбәр иткән. Бындай хәбәргә ышанған ҡатын тиҙ генә яуап кредиты алған, уға үҙе йыйған аҡсаны өҫтәп, йәнәһе лә хәүефһеҙ иҫәпкә 3 миллион һум күсергән. Һуңынан ғына алданыуын аңлаған. Әле был хәлде полиция тикшерә.







