Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы май аҙағында Сибайҙа үтә. Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форумда 20 йүнәлеш буйынса сессия ултырыштары була. Туризмды үҫтереү, “Урал” махсус иҡтисади зонаһын булдырыу, дәүләт шәхси-партнерлыҡ тәжрибәһен ҡулланыу, ислам финансы, яһалма интеллекты файҙаланыу мәсьәләләре ҡарала. Финанс министры Башҡортостан Милли банкы менән берлектә үткәргән секцияла “МИР” түләү системаһы сервистарын киңерәк ҡулланыу, санкциялар шарттарында сит ил вәкилдәре менән иҫәпләшеү, һанлы алымдарҙы индереү, аҡса һаҡлау буйынса оҙайлы программалар үҙенсәлектәре буйынса фекер алышыу була.




