Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты кандидаттарҙан документтар ҡабул итә башланы. “Башҡортостан ирекмәне” тигән маҡтаулы билдә менән әүҙем волонтерлыҡ эшмәкәрлеге алып барғандар, шулай уҡ батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткәндәр бүләкләнә. Бындай мәртәбәле наградаға башҡа төбәктәр йәки илдәрҙә йәшәгәндәр һәм беҙҙең республикала халыҡҡа ярҙам иткән волонтерҙар ҙа дәғүә итә ала. “Башҡортостан ирекмәне” маҡтаулы билдәһе 2020 йылда булдырылды.







