Халыҡ-ара сара 24 майҙан 26-һына тиклем ойошторола. Баш ҡалаға танылған яҙыусылар Дарья Донцова һәм Олег Рой, актёр Александр Олешко, телевидение алып барыусыһы Оксана Фёдорова һәм башҡа билдәле кешеләрҙең килеүе көтөлә. 25 майҙа Дарья Донцованың ижад кисәһе була. Йәрминкәнең эшлекле өлөшөндә Рәсәй яҙыусылары пленумы уҙғарыла. Милли нәшриәт вәкилдәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторола. Ул Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең 90 йыллығына арнала. Көн һайын нәфис фильмдар тәҡдим ителә. Конкурстарҙа ҡатнашырға мөмкин. Башҡортостан Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, Милли музейҙа һәм Милли китапханала һирәк китаптар күргәҙмәһе асыла. Унда шулай уҡ китап йыйыу буйынса хәйриә акцияһы ойошторола. “Китап байрамы” почтаһы эшләй. Теләгән һәр кем туғандары һәм яҡындарына хат ебәрә ала. Әле халыҡ-ара йәрминкәлә ҡатнашыуға 164 нәшриәт заявка ҡалдырған.




