“Роснефть” компанияһына ингән “Башнефть” ойошмаһы өсөн 2023 йылда етештереү һөҙөмтәлеген арттырыуға бәйле ыңғай иҡтисади күрһәткес 4 миллиард 800 миллион һум булды. Етештереү һөҙөмтәлелеген комплекслы арттырыу “Роснефть”-2030: ышаныслы энергия һәм глобаль энергетик күсеш” стратегияһының төп элементтарының береһе. Компания эксплуатация алдынғы технологик ҡарарҙар индереү иҫәбенә лә сығымдарын кәметеүгә өлгөшә. Былтыр “Башнефть” предприятиеларында 174 инновацион проект тормошҡа ашырылды.
Иң ҙур күрһәткестәр “Башнефть-Добыча” ойошмаһында – 2023 йыл йомғаҡтары буйынса иҡтисади һөҙөмтә 2 миллиард 700 миллон һумға еткән. Предприятие бер йылда етештереү һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса 122 проект тормошҡа ашырған. Иң уңышлыларының береһе - скважиналар төҙөү ваҡытын һәм хаҡын ҡыҫҡартыу проекты. “Башнефть-Полюс”та һөҙөмтәлелекте арттырыу буйынса уҙған йылда 2 миллиард һум күләмендә 38 проект тормошҡа ашырылған. Проекттар араһында энергия менән тәьмин итеүҙе тышҡы селтәрҙәрҙән нефть газы менән эшләгән ваҡытлыса энергия үҙәгенә күсереү ҙә бар. Уның ярҙамында углерод эҙен кәметергә һәм сәнәғәт объекттарын энергия менән тәьмин итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырырға була.
"Соровскнефть" ойошмаһы 2023 йыл йомғаҡтары буйынса етештереү һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән 53 миллион һумдан ашыуға 14 проектты тормошҡа ашырған. Улар араһында горизонталь скважиналарҙың ҡойроҡсоларын быраулауҙы оптималләштереү айырым иғтибарға лайыҡ. Һөҙөмтәлә скважина көбәге күпкә тотороҡло эшләй, төҙөлөш ваҡыты ҡыҫҡара.








