Май айы түгел! Йыш ҡына был һүҙҙәр һыуыҡта бүлмәгә ингән кешегә ҡарата ишекте тиҙерәк ябыу талабы булараҡ әйтелә. Әммә быйыл яҙҙың һуңғы айындағы һауа торошо барыһын да аптырыуға һалды. Май уртаһы өсөн ғәҙәти булмаған һалҡындар һөҙөмтәһендә ауыл халҡы әлегә тиклем баҡсасылыҡ менән етди шөғөлләнә алмай. Синоптиктар республикала алдағы көндәрҙә лә урыны менән ҡырау төшөүе тураһында иҫкәртә.






