Студенттар активы ағзаларын һәм уҡыусыларҙы йыйған сарала ҡатнашыусылар федераль грант конкурстарына проекттар тәҡдим итә. Шулай уҡ майҙансыҡта «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» президент платформаһы ҡатнашыусыларының слеты үтә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, үҙ ҡалаһын, төбәген һәм илен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттың төп маҡсаты йәштәрҙе берләштереү. Төбәк платформа проекттарын тамамлаусылар менән эшләү мөмкинлектәре түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙә тикшереләсәк.






