Сәнғәт һөйөүселәргә - сәхнә оҫталығы байрамы. 16 майҙан 23-нә тиклем Өфөлә «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара милли театрҙар фестивале үтә. Ул Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы башланғысы менән 1991 йылдан алып уҙғарыла. Афишала - 14 спектакль, уларҙың икәүһе конкурстан тыш ҡуйыла: Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры менән Александр Пушкин исемендәге Псков академия драма театры артистарының сығыштары көтөлә. Ә инде конкурс программаһына - Рәсәй төбәктәренән тыш, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан театр коллективтарының спектаклдәре ингән.



