Шаран районы Ерекле ауылында йәшәүсе Хәсәновтар 2014 йылдан бирле сәскә бизнесы менән шөғөлләнгән. Ике йыл элек йәшелсә-емеш үҫтереүгә тотонғандар. Ауыл йүнселдәренең көндәлек мәшәҡәттәре тураһында киләһе яҙмала.
Хәсәновтар сәскә бизнесын 500 төп петуния үҫентеһенән башлаған. Әлеге көндә ике ҙур теплицала петуния, бальзамин, вербена, ярангөл, бәрхәт сәскәләре - һәр төрҙән 25 мең төпләп сәскә үҫтерәләр. Хужалар сәскә үҫтереү технологияһын теүәл үтәй, теплица етәрлек миҡдарҙа дымландырыла, тамыр системаһы яҡшы үҫешһен өсөн ҡыуаҡтар үҫеш осоронда һирәкләтелә.
Һатып алыусыларҙың ихтыяжын иҫәпкә алып, сорттар яңыртылып тора. Сәскә эшендә ярайһы тәжрибә тулағандан һуң, Хәсәновтар йәшелсә үҫтереүгә тотонған. Томаттарға -25, ҡыярға - 10 сутый ер бүленгән. Ауыл эшҡыуарҙары киләсәктә баҡсасылыҡты улдары Ренарға тапшырмаҡсы.
Сәкә еренә торфтан тыш, перлит, вермекулит кеүек махсус ашламалар ҡушыла. Йәшелсә үҫтереүҙә иһә һаулыҡҡа зыян килтереүсе технологиялар бөтөнләй ҡулланылмай. Хәсәновтар теплицаларҙы кредитҡа һатып алған. Ауыл эшҡыуарҙары бер миллион 380 мең һум күләмендә аҡсаны газ үткәреүгә, утҡа түләүгә һәм орлоҡ һатып алыуға тотонған.
Йорт хужабикәһе Светлана Хәсәнова пластмасса стакандарға үҫентеләр күсереп ултыртҡан эш тығыҙ мәлдә генә өҫтәмә эшсе көстәргә таяна. Асыҡ тупраҡта эшләүгә ҡарағанда, теплица эсендә йәшелсә үҫтереү күпкә отошлораҡ, ти, эшҡыуар.
Гүзәл Борханова






