Тантанала илдең төрлө мөйөштәренән бөтәһе 150 ғашиҡ пар ҡатнашты. Туй фестивалендә йәш парҙар ВДНХ майҙаны буйлап үтеп урам сәхнәһе янында йыйылды. Уларҙың никахын рәсми рәүештә Мәскәү ЗАГС идаралығы хеҙмәткәрҙәре теркәне. Тантананы симфоник оркестр көйҙәре биҙәне.
Күп парҙар тантанала үҙ халҡының милли кейемендә ҡатнашты. Башҡортостандан барыусы кейәү-кәләштәр ҙә башҡорт халҡының милли кейемендә өйләнеште.
Күмәк никах тантанаһы «Рәсәй йөрәге» ғаилә усағы утын тапшырыу менән дауам итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уны күргәҙмәлә ғинуарҙа, Владимир Путин Ғаилә йылына старт биргәндә, тоҡандырҙы.
Туй фестивален байрам концерты дауам итте. Сәхнәлә билдәле йырсылар сығыш яһаны. Бәхетле парҙар туй тортынан ауыҙ итте. Уны Рәсәйҙең яңы ғаиләләре өсөн билдәле кондитер Ренат Әғзәмов әҙерләгән.
«Рәсәй» күргәҙмәһендә тәүге тапҡыр туй йолаһы уҙған йылдың декабрендә күрһәтелде. Ул саҡта милли туйҙың бөтә йолаларын үтәп, Сибайҙан Заһир Сәфәрғәлин менән Баймаҡтан Юлиә Сөләймәнова үҙ мөнәсәбәттәрен законлаштырҙы.
Рәмилә Исмәғилева






