Башҡортостан илдә алданған өлөшсөләр проблемаһын тәүгеләрҙән булып хәл итте. Был хаҡта төбәк етәксеһе бөгөн колонналар залында үткән тантанала белдерҙе. Бөгөн Өфөлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданған граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнашҡан власть органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә һәм төҙөүселәргә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ишекте аса алмай аҙапланыу Илфат өсөн хәҙер көлкө генә. Иң ауыр ҡаршылыҡтар үтелде инде, ти фатир хужаһы. Ә инде булған йоҙаҡҡа асҡыс яратыу бер ни түгел. Был көндө Гәрәевтар ғаиләһе тиҫтә йылдан ашыу көткән. Ошо ваҡыт эсендә йорт мөлкәте урынына ҡатлам- ҡатлам документтар, ялыуҙар һәм ғаризалар тупланған. Өмөт өҙөлдө генә тигәндә бәхет йылмайған.
Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса индереп алданыусыларҙың бәләһен илдең баш ҡалаһынан килгән «Садовое кольцо» компанияһы хәл итергә ярҙамлашҡан. Өфөлә төҙөгән йорттарының байтаҡ фатирҙары республика властары менән килешеү нигеҙендә өлөшсөләргә бирелгән.
Радий Хәбиров бөгөн колонналар залында тиҫтә йылдар тупланған проблеманы сисергә ярҙам итеүселәрҙең ҡулын ҡыҫты һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. Радий Хәбиров 2017 йылда был эш башланғанда республикала 170 проблемалы объект булыуын иҫкә төшөрҙө. Берҙәм эш итеү һөҙөмтәһендә күп йылдар сиселмәгән мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары табылды. Алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса эш ил президенты ҡушыуы буйынса алып барылды, тип билдәләне республика башлығы. Ил етәксеһе 2024 йылға бер алданған өлөшсө лә ҡалмаҫҡа тейеш тигән бурыс ҡуйғайны. Башҡортостан башҡа төбәктәргә ҡарағанда был наказды тулыһынса үтәгән.
Эксперттар билдәләүенсә, Радий Хәбировтың мәсьәләне үҙ күҙәтеүенә алыуы ҡатмарлы осраҡтарҙы йырып сығырға ярҙам иткән. Республика етәкселегендә команда эште оҙаҡҡа һуҙмай башҡарҙы.
Республикала 15 мең алданған өлөшсө иҫәпләнгән. Территорияларҙы үҫтереү фонды ярҙамы менән 2020 йылдан алып 4300-ҙән ашыу кеше 12,2 миллиард һумдан ашыу компенсация алған. 27 йорт төҙөлөшөн тамамлауға 9,4 миллиард һум, шул иҫәптән республиканан 1,1 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Мең ярымға яҡын кеше фатир алған.
Төбәктә 2030 йылға дүрт миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү маҡсаты тора. Тармаҡ мәсьәләләре Башҡортостан башлығының шәхси контроле аҫтында, ул даими рәүештә «Төҙөлөш сәғәттәре» ндә ҡарала.
Рәмилә Исмәғилева



