Радий Хәбиров «Патриот» паркында физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты

Радий Хәбиров Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Күләмле объект төҙөлөшө былтыр апрелдә башланғайны. Республика башлығы 1400 квадрат метр майҙанда урынлашҡан яңы комплекста булып, йәштәргә физик күнекмәләр өсөн булдырылған шарттар менән танышты. Шулай уҡ бөгөн парк биләмәһендә «Мин - киләсәк педагогы» тип исемләнгән сара ла уҙҙы. Радий Хәбиров буласаҡ уҡытыусылар - юғары уҡыу йорттарының һуңғы курс студенттары менән осрашып, асыҡтан-асыҡ һөйләште. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Бер йыллыҡ күләмле төҙөлөш ниһайәт тамамланды. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды. Яңы объект мөмкинлектәрен тәүгеләрҙән булып «Авангард» уҡытыу-методик үҙәгенең уҡыу йыйындарында ҡатнашҡан өлкән класс уҡыусылары һынап ҡараны. Егеттәрҙең физик әҙерлеге әленән үк көслө.

Тренажерҙар залында шөғөлләнгән йәштәр спорт снарядтары һәм ҡорамалдарының ҡеүәтен юғары баһаланы. Шулай уҡ комплекста мини-футбол, волейбол, баскетбол уйнау өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Бында буфет һәм ял зоналары ла бар.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы мөмкинлектәре менән танышҡандан һуң объектҡа ҡараған биләмәне төҙөкләндереү бурысын ҡуйҙы. «Патриот» паркында күләмле төҙөлөштө дауам итеү ҙә мөһим.

Важно, что ФОК будет работать для парка «Патриот», потому что здесь хорошая программа физического воспитания наших ребят со всей Башкирии. При этом мы договорились, что ФОК будет работать и для жителей Алкино. Мы отрегулируем расписание, когда им это будет наиболее удобно, например, в вечернее время. Ну и мы не останавливаемся, приступаем к проектированию бассейна. В наших планах в этом году - спроектировать стрельбище и бассейн»

Радий Хәбиров Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Мин - киләсәк педагогы» буласаҡ педагогтар слетында ҡатнашыусылар менән дә осрашты. Юғары уҡыу йорттарының һуңғы курс студенттары менән әңгәмәһендә ул уҡытыусы һөнәренең яуаплы, шул уҡ ваҡытта ауыр булыуын, кадрҙарға ихтыяж юғары булыуын билдәләне.

Республика дөйөм белем биреү учреждениеларында 30 меңдән ашыу уҡытыусы эшләүе билдәле. Педагог һөнәренең абруйын күтәреү буйынса дәүләт яғынан ярҙам ҡаралған, шулай уҡ һөнәри оҫталыҡ бәйгеләре лә даими уҙғарыла. Слетта ҡатнашҡан йәштәр араһында бөгөндән үк белем усаҡтарында эш башлаған йәштәр булыуы ҡыуандыра.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та осрашыуҙың һөҙөмтәле үтеүен билдәләне. Юғары уҡыу йорттары студенттары Радий Хәбиров менән осрашып, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Төбәк етәксеһе айырыуса ауыл ерлегендә уҡытыусыларға ихтыяж юғары булыуын билдәләп, йәштәрҙең диплом алғандан һуң пландары менән ҡыҙыҡһынды. Мәктәптә белемле, һөнәрен, балаларҙы яратҡан ғына кешеләр эшләргә тейеш тине.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ