Документтарға ярашлы, Денис Мантуров хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары була. Вице-премьерҙар итеп шулай уҡ Татьяна Голикова, Дмитрий Григоренко, Александр Новак, Алексей Оверчук, Дмитрий Патрушев, Виталий Савельев, Юрий Трутнев, Марат Хөснуллин, Дмитрий Чернышенко тәғәйенләнде. Күп министрҙар урындарын һаҡлап ҡалды. Яңы министрҙарҙан - Хабаровск крайының элекке губернаторы Михаил Дегтярев Спорт ведомствоһы өсөн яуаплы була. Курск өлкәһенең элекке башлығы Роман Старовойт - Транспорт, Калининград өлкәһенең элекке етәксеһе Антон Алиханов - Сәнәғәт һәм сауҙа, Кемерово өлкәһенең экс-губернаторы Сергей Цивилев Энергетика министрлыҡтарын етәкләне. Ауыл хужалығы министры вазифаһын Оксана Лут алды. Оборона министры итеп Андрей Белоусов тәғәйенләнде.







