Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы Сибайҙа 24-26 майҙа уҙа. Форумда Башҡортостан, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстандың хөкүмәт-ара төркөмдәре ултырыштары уҙғарыла, айырым сессияла ислам инвестицияһы темаһы ҡарала. Был турала Республика хөкүмәте хәбәр итә. 2023 йылда Рәсәй һәм Үҙәк Азия илдәре араһында сауҙа 44 миллиард долларҙан артҡан. Башҡортостан халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе тип танылды. Беҙҙең республика 100-ҙән ашыу ил менән бәйләнештәр урынлаштырған.




