Был көндәрҙә бөтә ЗАГС-тарҙа никахтарын теркәгән йәштәрҙе тәбрикләү сараһы үткәрелә. Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Ышаныс телефоны көнө уҙғарыла. Викторинала ҡатнашырға була. Иртәгә “Балалар нимә тураһында өндәшмәй” тигән темаға арналған тура эфир ойошторола. Социаль селтәрҙә “Беҙҙең дуҫыбыҙ” тигән акция иғлан ителде. Уның шарттары буйынса йорт хайуандары менән бергә төшкән фотоһүрәттәр менән уртаҡлашырға кәрәк. Еңеүсе 21 майҙа билдәләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.







