Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, беҙҙең республика илдә спорт үҫеше буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. “2023 йылда 4 ҙур спорт үҙәге, 12 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 5 боҙ һарайы һәм 2 бассейн төҙөлдө. Меңдән ашыу спорт майҙансығы һәм хоккей ҡумтаһы булдырылды. Быйыл 14 ҙур объект төҙөлә. Уларҙың икәүһе яңы тарихта иң ҙурҙары - Көрәш һарайы һәм Фехтование үҙәге”, - тине Андрей Назаров. Дәүләт программаһы физкультура, ат спорты, спорт резервын әҙерләү һәм башҡа йүнәлештәрҙе эсенә ала.







