Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров предприятиела булды. 2023 йылда реконструкциянан һуң эске осоштар комплексы сәғәтенә мең ярым пассажирҙы хеҙмәтләндерә ала. - Аэропорт - беҙҙең ышаныслы партнер. Бында ҙур коллектив, мең ярым хеҙмәткәр эшләй. Донъя үҙгәреп тора, яңы талаптар, яңы мөмкинлектәр тыуа, алдағы йылдарға план, тактика, стратегия булыуы яҡшы, - тине Радий Хәбиров. Бөгөн Өфөнән илдәге халыҡ һаны миллиондан артҡан барлыҡ 14 ҡалаға осоштар башҡарыла. Рәсәй төбәктәренә һәм сит илдәргә 70 йүнәлеш буйынса маршруттар булдырылған.







