Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында «Ҡар һыуына барыу» байрамы ойошторолдо

Боронғо йола Ирәндек тауы итәгенән ағып сыҡҡан «Хәнифә» ҡоҙоғо буйында күрһәтелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡ районы ауылдарында эшләп килгән ижади ойошмалар бер-береһе менән тығыҙ аралашып , үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашып йәшәй. Был юлы Мерәҫ ауылының «Хәнифәкәй» фольклор ансамбле Икенсе Этҡол ауылы ҡунаҡтарына «Ҡар һыуына барыу» йолаһын күрһәтте.

Сараның «Хәнифә» шишмәһе буйында үтеүе осраҡлы түгел. Ер ҡарҙан әрселеү менән тулы һыулы сығанаҡҡа әүерелгән шишмә июнь аҙаҡтарында ҡабаттан ҡорой. Шишмәнең тирә-яғын йыл һайын сүп-сарҙан таҙалап торалар, уның шифалы һыуын ауыл халҡы бик яратып эсеп өлгөрә.

Осрашыуҙа ике яҡ та үҙҙәренең ижади һәләтен күрһәтте. Бынан 14 элек барлыҡҡа килгән «Хәнифәкәй» ансамбле төрлө милли йолаларҙы тергеҙеүгә, уларҙы өйрәнеүгә күп көс һала. Ансамбль ағзалары 2021 йылда «Мин яратам һине, тормош!» конкурсында район буйынса беренсе урын яулап, баш ҡалала сығыш яһап ҡайтты. Икенсе Этҡол ауылының «Йәйғор» ансамбле сығыштарын да районда көтөп алалар.

Сараға ауыл ағинәйҙәре, 70-80 йәштәрен тултырған юбилярҙар саҡырылды. Бала сағы, йәшлек йылдары тап ошо шишмә буйында үткән өлкән быуын вәкилдәре үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ҡатын-ҡыҙҙар мәҡәлдәр әйтеште, йомаҡтар ҡойошто.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ