Мәскәүҙә «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле концерт менән сығыш яһаны

Берҙәм һәм еңелеү белмәҫ. Йәш яҡташыбыҙ Хәйҙәр Вәлиев дирижерлығында «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле Рәсәйҙең баш ҡалаһында концерт менән сығыш яһаны.

Ижади коллектив Евразия композиторҙар союзының симфоник оркестры менән берлектә туғандаш халыҡтарҙың хәрби йырҙарын башҡарҙы. Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған кисәлә композицияларҙың бер өлөшөн солистар Анжелика Мельникова, Ринат Ҡәйүмов һәм Константин Тютиков хор һәм оркестр оҙатыуында йырланы. Байрам концерты Мәскәү тамашасыһы күңелендә бай тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ