2030 йылға Башҡортостан һауа ҡапҡаһы аша 7 миллионға тиклем кеше үткәреү бурысы тора. «Өфө» аэропорты илдең ун эре авиапредприятиеһы иҫәбенә инә. Ул Волга буйы федераль округында һауа транспорты менән пассажирҙар ташыуҙың яҡынса 25 процентын тәшкил итә. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында булды, унда предприятие эшмәкәрлеге һәм уның стратегик үҫеше менән танышты.
«Өфө» халыҡ-ара аэропортында былтыр декабрҙә дүрт йөҙгә тиклем кеше һыйҙырышлы аэровокзал комплексының яңы объекты файҙаланыуға тапшырылғайны. Уның төп функцияһы - пассажирҙар һәм уларҙы оҙатыусылар өсөн заманса, уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Рәсәй Президентының 2024 йылғы мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса авиапассажирҙар һанын 7 миллионға еткереү бурысы тора. Һуңғы дүрт йылда Өфө аэропортының пассажирҙар ағымы артып 4,8 миллион пассажир тәшкил иткән, был ил буйынса күрһәткестәрҙән 10 процентҡа күберәк.
Радий Хәбиров эске һәм халыҡ-ара һауа линиялары терминалдарын берләштереү һәм теркәү зонаһын киңәйтеү буйынса проект менән танышты.
Төбәк етәксеһе багаж бүлеген, 1-се терминалда пассажирҙар өсөн көтөү залын ҡараны.
Авиарейстар эске 50 һәм халыҡ-ара 20 йүнәлеш буйынса башҡарыла. Халыҡ-ара авиалинияларҙа, донъялағы сәйәси хәлгә ҡарамаҫтан, пассажирҙар ағымы яйлап артҡан.
«Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһы йомғаҡтары буйынса «Өфө» халыҡ-ара аэропорты акционерҙар йәмғиәте» йылдың иң яҡшы инвестиция проекты номинацияһында наградаға лайыҡ булған. Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, аэропорт хосписты төҙөүҙә бағыусыларҙың береһе. Хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн ҡорамалдар, техника, кейем-һалым һатып алыуҙа ла ярҙам итә.
Рәмилә Исмәғилева



