Быйыл көҙ Өфөлә Рәмил Әйүпов исемендәге фехтование үҙәге төҙөлөшөн тамамлау бурысы ҡуйылған. Объектта эш 60 процентҡа теүәлләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе спорт комплексы төҙөлөшө буйынса ҡарарҙы 2021 йылдың авгусында Токиолағы 32-cе йәйге олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары - рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыуҙан һуң ҡабул иткәйне. Бер йылдан күләмле проект тормошҡа ашырыла башлай. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш барышын шәхси күҙәтеүҙә тота. Был турала киләһе яҙмала.
Инженер селтәрҙәр тулыһынса әҙер, елләтеү системаһы эшләнгән. Өфөнөң 450 йыллығына ҙур спорт объекттары төҙөлөшө әүҙем бара - фехтование үҙәге лә архитектура яғынан заманса стилдә эшләнә, бында күнекмәләр яһау, Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлдәге турнирҙар уҙғарыу өсөн барлыҡ шарттар булдырыла, 373 урынлыҡ тамашасылар трибунаһы ла күтәрелгән.
Фехтование үҙәге төҙөлөшөнә 2022 йылдың декабрендә старт бирелгәйне. Биләмәләге эштәрҙең сифатлы һәм ваҡытында башҡарылыуына айырыуса иғтибар бүленә.
Спорт объектында бассейн да төҙөлә. Токҡа ҡаршы системаһы ярҙамында унда яһалма ағым ебәреләсәк. Үҙенә күрә гидромассаж функцияһын үтәй, физик күнекмәләрҙән һуң мускулдарҙы тергеҙеүгә булышлыҡ иткән һауыҡтырыу сараһы һанала. Шулай уҡ бында ике купель, сауна, хамам да була.
Фехтование үҙәге Өфөнөң Затон биҫтәһендә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге эргәһендә урынлашҡан. Ул РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Рәмил Әйүпов исемен йөрөтәсәк. Әйткәндәй, был спорт төрө баш ҡалала етмеш йылдан ашыу үҫешә. Бөгөн фехтование менән 900-гә яҡын кеше шөғәлләнеүе билдәле. Ҙур комплекс төҙөлөшө - күптән көтөп алынған ваҡиға.
Баш ҡаланың Затон биҫтәһе, ысынлап та, заманса төҫ ала, яңы социаль объекттар, күп ҡатлы йорттар күтәрелә. Яҡын киләсәктә тағы ла миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индереү ҡаралған. Фехтование үҙәге - спорт һөйөүселәрҙе берләштереп, буласаҡ чемпиондар тәрбиәләгән мәктәпкә әйләнер тип көтөлә.
Өфөнөң Затон биҫтәһендә тағы ла бер спорт комплекс төҙөү мөмкинлеге ҡарала. Төбәк етәксеһе биләмәлә тотош спорт кластеры формалаша башлауын билдәләне.
Фехтование үҙәгенә килгәндә, күләмле объектты быйыл көҙ «Рәсәй - спорт державаһы» Халыҡ-ара форумы сиктәрендә асыу планлаштырылған. Декабрҙән ул тәүге ҙур спорт ярыштарын ҡабул итә башларға тейеш.
Гөлназ Хәйбуллина



