Өфө менән Ҡытайҙың Шэньян араһында тура авиабәйләнеш асылыуы ихтимал. Һауа юлы бизнес-берләшмә өсөн логистиканы еңеләйтергә һәм туризм үҫешенә этәргес бирергә тейеш.
Яҡтар араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың Ляонин провинцияһы губернаторы Ли Лэчэн менән осрашыуында тикшерелде. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бөгөн республика делегацияһының Ҡытайҙа рәсми эш сәфәре башланды. Уның составына агросәнәғәт комплексы, нефть химияһы, аҙыҡ-түлек, металлургия, машиналар эшләү, медицина һәм башҡа тармаҡтарҙың 40-тан ашыу предприятиеһы ингән.
Башҡортостан вәкилдәре менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашыу өсөн Ҡытайҙың 270-тән ашыу компанияһы теркәлгән. В2В форматында уҙған осрашыуҙар барышында урындағы ойошмаларҙың береһе Башҡортостанда һыйыр ите һөйәктәрен эшкәртеү буйынса завод төҙөү менән ҡыҙыҡһынды. Бөгөн һөйәк майы аҙыҡ-түлек тармағында һәм сәнәғәт производствоһында әүҙем ҡулланыла. Бындай етештереүҙең тағы бер продукты - микробиологияла бактериялар һәм бәшмәктәр үҫтереү препараты.
Шулай уҡ завод керамика һәм фарфор етештереү өсөн кәрәкле һөйәк күмерен етештереү менән шөғөлләнә. Продукцияның күп өлөшө Ҡытайға оҙатылыр тип көтөлә. Вице-премьер Илшат Фәзрахманов логистика күҙлегенән Башҡортостандың географик урынлашыуы отошло булыуын билдәләне. Был башҡа төбәктәрҙән сеймал килтереү өсөн уңайлы. Ҡытайҙар шулай уҡ Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән дә танышты. Бынан тыш, республика делегацияһы Харбинда «Рәсәй-Ҡытай ЭКСПО» форумында ла ҡатнаша.



