Башҡортостанда егерме өс меңдән ашыу шәфҡәт туташы һөнәри байрамын билдәләне

Иглиндә һөнәри байрамға арналған байрам саралары район мәҙәниәт йортонда үтте. Был хаҡта киләһе яҙмала.

Иглин районында 230-ҙан ашыу урта медицина хеҙмәткәре эшләй. Улар һөнәри бурысын намыҫ менән үтәй: диагностика уҙғара, дауалай, пациенттарҙың тиҙерәк аяҡҡа баҫтырып, һауығыуына булышлыҡ итә.

Йыл һайын майҙың икенсе йәкшәмбеһендә шәфҡәт туташтары һөнәри байрамын билдәләй. Был байрамдың Флоренс Найтингейлдың тыуған көнөндә үҙғарылыуы юҡҡа түгел. Ул беҙҙең һөнәргә нигеҙ һалыусы, шәфҡәт туташтарының тәүге штабтарын ойошторған кеше.

Лилиә Хужина, Иглин үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең яуаплы ла, мәрхәмәтле лә звеноһында эшләүселәрҙе ҡотларға табиптар, район хакимиәте вәкилдәре, профсоюз хеҙмәткәрҙәре килде.

Шәфҡәт туташтары-беҙҙең һаулыҡ һаҡлау тармағының төп нигеҙен тәшкил итә. Республикала 23 меңдән ашыу шәфҡәт туташы бар. Был ҙур команда һәм уларҙың эшмәкәрлегенән теүәл диагностика, дауалау һәм һауығыу һөҙөмтәләре тора.

Рауил Халфин, Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Республика ойошмаһы рәйесе

Намыҫлы хеҙмәт һәм һөнәри бурыс. Профессиональ байрам айҡанлы тәбрикләнеүселәр араһында Иглин стоматология поликлиникаһының шәфҡәт туташы Ралина Шәйхетдинова ла бар.

Әсәйемә эйәреп шәфҡәт туташы һөнәрен һайланым. 1993 йылдан алып яратҡан һөнәрем буйынса эшләйем, хеҙмәт стажым 31 йыл. Һөнәрем - яҙмыш бүләгем тип ышаныс менән әйтә алам. Йәштәр был һөнәргә ылыҡһын, бөтәһенә лә һаулыҡ теләйем.

Ралина Шәйхетдинова, Иглин стоматология поликлиникаһы шәфҡәт туташы
Выборы 2026

Байрам саралары район мәҙәниәт йорто, медицина хеҙмәткәрҙәре ижади коллективтары тарафынан ойошторолған бай концерт программаһы менән тамамланды.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ