Ауырғазы районында шағир Рәшит Назаровҡа бюст асылды

Быйыл күренекле шәхестең тыуыуына 80 йыл тула. Өршәк буйҙары менән илһамланып ижад итеүсе шағирҙың бюсы уның исемен йөрөткән гимназия биләмәһенә ҡуйылды. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Талбазы башҡорт гимназияһы өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға. Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровҡа бюст асыу тантанаһы.

Рәшит Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында тыуа. Ун класс тамамлап, колхозда эшләй, әрме сафында хеҙмәт итә. Ижадҡа һөйөү иртә уяна, 11 йәшендә тәүге шиғыр юлдарын дәфтәр битенә теркәй. Ул мәҫәл, нәҫер, хикәйә, поэмалар авторы ла. Матбуғат биттәрендә йыш ҡына күренә башлаған шағир шунда уҡ үҙ уҡыусыһын таба.

Урындағы халыҡтың һәм уҡытыусыларҙың күптәнге хыялын тормошҡа ашырып гимназияға ике йыл элек шағир исеме бирелә. Был йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баһалап бөткөһөҙ этәргес бирә. Бюст ҡуйыу иһә - тағы бер маҡсаттарҙың береһе булып торған. Халыҡ үҙ республикаһының мәҙәниәте һәм тарихы, башҡорт халҡының рухи үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең исемен иҫтә тоторға тейеш. Бюстың авторы - Илдус Закиров. Ул скульптураны эшләй башлар алдынан Рәшит Назаровтың тормош юлын, ижадын өйрәнгән, туғандары менән аралашҡан. Шағир образы күптәрҙең хәтерендә тап ошолай - уйсан, мәңге йәш итеп һаҡланған, тип иҫәпләй ул.

Бюсты асыу тантанаһында сығыш яһаусылар Рәшит Назаровты бөйөк талант эйәһе генә түгел, ә быуатҡа бер тыуа торған шағирҙарҙың береһенә тиңләне. Уның исемен мәңгеләштереү буйынса районда артабан да эш алып барыласаҡ.

Шулай уҡ Ауырғазы районында 6-сы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттарҙы раҫлау буйынса кәңәшмә үтте. Унда районда башҡарылған эшкә байҡау яһалды, яңы маҡсаттар билдәләнде.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ