Кәләш һәм кейәүҙәр аҙна уртаһы булыуға ҡарамаҫтан тәүге ғаилә документын алыу өсөн никах теркәү йортона килгән. Яңы өйләнешеүселәрҙе Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәбрикләне. Ул бәхетле парҙарға «Беҙ халыҡ-ара ғаилә көнөндә өйләнештек» тигән яҙыулы ҡотлау открыткалары тапшырҙы. Республикала был акция етенсе йыл ойошторола.
Бөгөн Башҡортостанда 59 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе, Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Яңы өйләнешкән ғаиләләр иҫәбе лә арта. Былтыр ғаилә аҙнаһында 173 пар өйләнешһә, быйыл ЗАГС - ҡа 250-нән ашыу пар ғариза биргән.






