Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” милли театрҙар фестивале башлана

Мәҙәни сара 23 майға тиклем дауам итә. Уның барышында 14 спектакль күрһәтелә. Фестивалдә Татарстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Абхазия, Тыва, Ҡырғыҙстан, Дағстан һәм илдең тағы ла бер нисә төбәгенән театр коллективтары ҡатнаша. Фестивалде Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры “Ҡыҙыл паша” спектакле менән аса. “Туғанлыҡ” фестиваленең программа директоры Айһылыу Сәғитова.

Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” милли театрҙар фестивале башлана

“Туғанлыҡ” фестивале Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы башланғысына ярашлы, 1991 йылдан уҙғарыла. Быға тиклем ул Төрки телле театрҙар фестивале ти йөрөтөлһә, форум быйыл Милли театрҙар фестивале тигән атама алды.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” милли театрҙар фестивале башлана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ