Быйыл 4 мең 200 тонна продукция оҙатылған. Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был уҙған йылдың тәүге 4 айындағынан 3 тапҡырға күберәк. Башҡортостан онон Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан һатып алған.




