Яңы автозаправка станциялары булдырыу, ит продукцияһы етештереүҙе модернизациялау, туризм өлкәһендә проектты тормошҡа ашырыу. Республика йортонда үткән инвестиция сәғәтендә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарынан 10-дан ашыу проект хупланды. Кәңәшмә барышында «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» компанияһы директоры төбәктә автозаправка станцияларының фирма селтәрен үҫтереү һәм юл буйы сервисы хеҙмәттәре ассортиментын киңәйтеү буйынса тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.
Күп функциялы автозаправка комплекстары төҙөлөшөнә инвестициялар күләме - 900 миллион һумдан ашыу. Ә автозаправкалар биләмәләрендәге юл буйы сервисы объекттары кәмендә 27 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирә. Фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса проект өҫтөнлөклө статусына эйә булды. Инвесторға автозаправкалар өсөн ергә документтар әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеләсәк.
Инвестиция сәғәтендә шулай уҡ Благовещенда газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөү һәм Өфөнөң Калинин районындағы һыу буйында ял базаһын тормошҡа ашырыу проекттары ла хупланды. Туймазының «САВА» компанияһына ла ярҙам күрһәтеләсәк. Предприятие ит продукцияһы етештереүҙе модернизацияларға ниәтләй. Фабрика тәүлегенә 100 тоннаға яҡын ит һәм колбаса изделиелары - барлығы 200 төр тауар сығара. Былтыр яңы ҡорамалдар һатып ала башлағандар. Технологимк комплексты яңыртыуҙы быйыл тамамларға иҫәп тоталар. Дөйөм инвестиция күләме 130 миллион һумға етә. 80 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Инвестиция сәғәтендә ҡаралған барлыҡ проекттар ҙа өҫтөнлөклө тип билдәләнде.



