Артур Фәрүәз улы бюстына сәскә һалдылар. Биш йыл элек оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булған генерал-лейтенантҡа тыуған ерендә хәтер саралары уҙҙы. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре Артур Әхмәтханов биш йыл элек арабыҙҙан китте. Әммә уның хаҡында яҡты хәтирә һаман да йөрәктә. Был тынлыҡ минуты - билдәле салауатсыға хөрмәт һәм ихтирам билдәһе.
Артур Фәрүәз улы үҙенең ғүмерен тыуған илгә хеҙмәт итеүгә һәм граждандарҙы яҡлауға бағышлаған шәхес. Ул айырыуса ауыр енәйәттәрҙе аса, кеше үлтереүселәрҙе, бурҙарҙы ҡулға алыуҙа шәхсән ҡатнаша, тотош бандалар,террористтар эшмәкәрлеген туҡтата. Артур Әхмәтханов хеҙмәттәштәре хәтерендә оҫта етәксе, ышаныслы иптәш һәм тоғро дуҫ булараҡ абруй ҡаҙана. Ә бына яҡындары уны һиҙгер, иғтибарлы ул, хәстәрлекле атай һәм тоғро тормош иптәше тип хәтерләй.
Генерал-лейтенантты тыуған илендә генә түгел, унан ситтә лә яҡшы беләләр. Ул енәйәт эҙләү оперуполномоченныйынан алып Төньяҡ Осетия - Алания Республикаһының эске эштәр министрына тиклем еңел булмаған юл үтә.Яңы ведомство ойошторолғандан Һуң Волга буйы округында Росгвардияны етәкләй. Башҡортостанға ҡайтҡас, бөтә көс структураларының эшен күҙәтеүсе вице-премьер вазифаһын башҡара.
Артур Әхмәтханов тере сағында спортсыларға ярҙам ҡулы һуҙа. Милли көрәш, дзюдо һәм спорт көрәше федерацияларын етәкләй. Әле лә республикала генерал-лейтенант иҫтәлегенә милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙғарыла. Шулай уҡ төбәктә Өфөнөң кадет кластары араһында башланғыс хәрби әҙерлек конкурсы ойошторола. Уның исеме тыуған ауылындағы үҙе белем алған Торналы мәктәбенә бирелгән. Ә бинаның фасадында Артур Әхмәтхановҡа арналған таҡтаташ урын ҡуйылған. Малаяҙҙа эҙләү - ҡотҡарыу отряды ла генерал-лейтенант Артур Әхмәтханов исемен йөрөтә.
Гүзәл Борханова






