Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары «ЗаСпорт» фабрикаһы етештереү ҡеүәте менән танышты

«ЗаСпорт» фабрикаһы тыуған көнөн билдәләй. Теген цехы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысында былтыр Ишембайҙа «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә асылғайны. Ошо ваҡытта предприятие етештереү ҡеүәтен арттырған, ассортиментын киңәйткән, үҙ магазинын асҡан. Ойошманың беренсе тыуған көнөндә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәре фабрикала ҡунаҡта булды.

Олимпия уйындары еңеүселәре кейеп йөрөгән кейем ошо стеналарҙа тегелә. Был Фабрика Ишембайҙа урынлашҡан. «ЗаСпорт» брендының атамаһы уҡ әйтеп тора: костюмдар чемпиондар өсөн тәғәйенләнгән. Кофта, салбар , футболка һәм башҡа кейем-һалым ҡулдан заманса ҡоролмалар ярҙамында тегелә. Тиҙҙән ассортимент тағы ла бер нисә модель менән байытыласаҡ.

Брендтың Өфөлә үҙ магазины бар. Йыл аҙағына тиклем предприятие етәкселәре фабрикала тағы ла бер сауҙа мөйөшө асмаҡсы. Унда ойошма хеҙмәткәре өсөн ташламалар булыр, тип көтөлә. Фабрикала эшләүселәр өсөн, ғөмүмән, уңайлыҡтар күп. Бындағы тегенселәр Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында ҡайтанан әҙерлек программаһын да үткән.

Шулай ҙа фабрикала әле һаман кадрҙар талап ителә. Етештереү ҡеүәтенә килгәндә, фабрика тәүлегенә 2 меңдән ашыу дана кейем сығара. Фабрикаға килгән делегация ағзалары бында етештерелгән кейемде һатып алырға теләге тураһында белдерҙе. Ә бына республиканың спорт министры гардеробында «ЗаСпорт» күптән бар.

Фабриканың мөһим йүнәлештәренең береһе - импортты алмаштырыу. Етештереүҙә файҙаланылған сеймал һәм фурнитураның яртыһы Рәсәйҙә етештерелә.

Бер йыл - етештереү өсөн күп ваҡыт түгел. Әле ҡеүәт һәм мөмкинлектәр арта ғына, ти предприятие етәкселеге. Бер йылдан ойошма тулы ҡеүәтле етештереүгә сыҡмаҡсы.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ