Яңы Тәтешле ауылы мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт башланды

Унда удмурт-тарихи-мәҙәни үҙәге урынлашасаҡ. Был турала соициаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ремонтланған бинала милли колорит менән һуғарылған музей, залдар һәм кабинеттар, китапхана, төрлө клубтар эшләйәсәк. Башҡортостанда тарихи-мәҙәни үҙәктәр селтәре булдырыу тәжрибәһе - Рәсәй кимәлендә уникаль.

Радий Хәбиров белдереүенсә, республика милли йолалар һәм ҡиммәттәр, фольклорҙы һаҡлау өсөн күп эштәр башҡара. Һәм унда йәшәгән һәр халыҡтың үҙенең иркен уңайлы йортон булдырыу өҫтөндә эшләй. Тарихи-мәҙәни үҙәкте асыу 2025 йылға - 10-сы юбилейлы Төбәк-ара удмурт фольклор коллективтары фествиаленә ҡарата тәғәйенләнгән. Бынан тыш, Мишкә районындағы тарихи-мәҙәни үҙәк яңыртылды, яҡын йылдарҙа Ауырғазыла сыуаш тарихи-мәҙәни үҙәге барлыҡҡа киләсәк, тип белдергән төбәк етәксеһе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ